

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия фән-мәғариф үҙәгенең донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө барышы менән танышты.
Кампус ике этапта төҙөлә. Майҙаны 36 мең квадрат метрлыҡ IQ-паркын йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Әле төҙөүселәр биҙәү эштәре алып бара. Объекттың икенсе сираты 150 мең квадрат метрҙы биләйәсәк. Был төҙөлөш 2024 йылда башлана. Вуз-ара студенттар кампусы 2025 йылдың 1 декабренә тапшырырға тейеш.
IQ-парк бинаһында Башҡортостан Башлығы юғары уҡыу йорттары студенттары кампусының беренсе сиратын төҙөүҙе тамамлау мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Республика етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән шулай уҡ икенсе сиратты төҙөү буйынса ла һөйләште. Төҙөлөш эштәрен башлар алдынан яңыртылған техник-иҡтисади күрһәткестәр, администрация һәм торлаҡ биналарының архитектура-планлаштырыу ҡарарҙары яраштырыла.
“Масштабы буйынса был – республикалағы һуңғы йылдарҙағы иң ҙур төҙөлөш, – тине Радий Хәбиров. – Бында 550 белгес ялһыҙ эшләй. Ваҡыт ҡыҫҡан шарттарҙа был кешеләр ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтә”.