

4 һәм 5 ноябрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Өфө халҡы һәм баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары йәрминкәләрҙә йәшелсә, бал, ауылдан килтерелгән башҡа аҙыҡ-түлек алырға мөмкин.
Шәмбе көн сауҙа Таллин урамынан Ухтомский урамдарына тиклем Хәҡиҡәт урамы буйлап, Эшсе хәбәрселәр урамының 20-се йорто ҡаршыһындағы майҙанда һәм “Тулҡын” паркы янында ойошторола.
Йәкшәмбе йәрминкәләр Эшсе хәбәрселәр урамындағы һәм “Тулҡын” паркы эргәһендәге майҙандарҙа дауам итәсәк.
Йәрминкәләр иртәнге сәғәт туғыҙҙан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләйәсәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.