+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
2 Ноябрь 2023, 05:41

"Герой-балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр" китабына Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ике йәш герой инде

  "Батырлыҡ" Бөтә Рәсәй проектына ярашлы бойомға ашырылған балаларҙың батырлығы тураһындағы "Герой-балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр" серияһының сираттағы баҫмаһына Башҡортостандан ике йәш герой инде. Әле ул китап нәшергә әҙерләнә. Йәш геройҙарыбыҙҙың шул данлыҡлы баҫмаға инеүе - оло ваҡиға.  

"Герой-балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр" китабына Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ике йәш герой инде"Герой-балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр" китабына Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ике йәш герой инде
"Герой-балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр" китабына Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан ике йәш герой инде

"Батырлыҡ" Бөтә Рәсәй проектына ярашлы бойомға ашырылған балаларҙың батырлығы тураһындағы "Герой-балалар хаҡында тылсымлы әкиәттәр" серияһының сираттағы баҫмаһына Башҡортостандан ике йәш герой инде. Әле ул китап нәшергә әҙерләнә. Йәш геройҙарыбыҙҙың шул данлыҡлы баҫмаға инеүе - оло ваҡиға.

Быйыл китапта Башҡортостандан бер юлы ике яҡташыбыҙ урын алды. Уларҙың икеһе лә – Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан. Икеһе лә янғын ваҡытында батырлыҡ күрһәтте.

2017 йылдың йәйендә 11 йәшлек Алина Абдуллина алты баланы – үҙенең туғандарын янғындан ҡотҡара. Ҡыҙ инәһе һәм бәләкәй балалар менән өйҙә була. Алина баҡсаға сыҡҡан арала верандала уйнаған ике бәләкәс янғын сығара. Ҡыҙ ихатаға килеп ингәндә, ажғыр ут веранданы ялмап алған була, әммә Алина ҡурҡмай, өй эсенә инеп, бөтә балаларҙы ла тиҙ арала урамға сығарырға ҡыйыулығы етә. Янған йорттан инәйҙе янғын һүндереүселәр ҡотҡара. Хәҙер Алинаға – 17 йәш, ул – колледж студенты.

2022 йылдың яҙында 13 йәшлек уҡыусы Арыҫлан Шафиҡов бер йорт янынан үтеп  барғанда янғын сыҡҡанын күреп ҡала һәм ике пенсионерҙы үлемдән ҡотҡара. Ҡарттарҙың торлаҡ йортҡа төкәтеп төҙөлгән мунсаһында янғын сыға, ут верандаға күсә. Янғын ялмауынан тәҙрә аша ғына сығырға мөмкин була. Янғын һүндереүселәргә шылтыратып, Арслан ярҙамға ташлана. Ул оло йәштәге кешеләргә тәҙрә аша сығырға ярҙам итә. Инвалид Володя ағай Арсландың ярҙамынан тыш өйҙән сыға алмаҫ ине. Ярты йылдан һуң ҡаһарман уҡыусыны Федерация Советының «Күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Янғында ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр. Ҡыйыу уҡыусыларҙың ике тарихы ла «Герой-балалар тураһында тылсымлы әкиәттәр» китабының сираттағы томына индерелде. Илебеҙҙә ниндәй миһырбанлы, ҡыйыу, етеҙ, ярҙамсыл балаларыбыҙ үҫә, шөкөр.  

Фото: "Башинформдан".

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас