

Донъяға бер юлы өс бала килгән осраҡтар - перинаталь үҙәктә йылына бер генә тапҡыр була торған хәл. Бына тағы ҡыуаныслы яңылыҡ – перинаталь үҙәктә өс игеҙ бала донъяға килде: ике ҡыҙ һәм бер малай. Бала көткән әсәйгә йөклөлөктөң өсөнсө аҙнаһында уҡ игеҙәк буласағы тураһында әйтәләр. Ә ярты айҙан ҡарында ике түгел, ә өс сабый ятыуы хаҡында билдәле була. Сабыйҙар ваҡытынан алда, планлы операция менән 35-се аҙнала тыуа.
Тәүге өс тәүлектә балалар үпкәне яһалма елләтеү аппараттары ярҙамында тын ала. Дүртенсе тәүлектә бәхетле әсә балаларын ҡулына ала һәм табиптар, шәфҡәт туташтары күҙәтеүе аҫтында яңы тыуған сабыйҙар яҡшы ғына ауырлыҡ та туплай.
Бәхетле ата-әсә ҡыҙҙарына Ангелина һәм Афина тигән исемдәр һайлаған, ә бына улдарына исем уйлап тапмағандар, тип хәбәр итә БЮТ каналы.
Фото:видеояҙманан скриншот.