

Кисә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы тармағы алдынғыларына Рәсәй һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Шул иҫәптән юғары күрһәткестәргә өлгәшкән 30 баҫыу батыры еңел автомашинаға эйә булды.
Быйыл төбәк аграрийҙары 3,3 млн. тонна ашлыҡ йыйып алған. Йылдағыса, Стәрлетамаҡ районы игенселәре алдынлыҡ ты бирмәй. Улар 200 мең тонна уңыш йыйған. Баймаҡтарҙың да күрһәткесе юғары – 100 мең тонна.
Радий Хәбиров белдереүенсә, республика өсөн ауыл хужалығы тармағы айырым әһәмиәткә эйә. Игенселәр хеҙмәте Башҡортостанға бөгөн ышаныслы аҙымдар менән алға барыуға этәргес булып тора.