+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Ноябрь 2023, 04:16

Әйҙә, экодиктант яҙайыҡ

Башҡортостанда йәшәүселәр Бөтә Рәсәй экология диктантын яҙыуҙа ҡатнаша ала. Бишенсе юбилей экология диктанты 9 ноябрҙән 26 ноябргә тиклем офлайн һәм онлайн форматта үтәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Әйҙә, экодиктант яҙайыҡӘйҙә, экодиктант яҙайыҡ
Әйҙә, экодиктант яҙайыҡ

Башҡортостанда йәшәүселәр Бөтә Рәсәй экология диктантын яҙыуҙа ҡатнаша ала. Бишенсе юбилей экология диктанты 9 ноябрҙән 26 ноябргә тиклем офлайн һәм онлайн форматта үтәсәк, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Быйыл экодиктантҡа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең экологияһы тураһында һорауҙар индерелгән. Унда шулай уҡ үҫеше үҙенсәлекле балалар өсөн заданиелар бар, тәҡдим ителгән һорауҙарға улар ата-әсәләре йәки опекундары менән бергә яуап бирә ала.

Экодиктантты офлайн-майҙансыҡта (төбәктәрҙә теркәлгән һәр офлайн-майҙансыҡ хаҡында мәғлүмәт  экодиктант.рус порталында   урын аласаҡ), шулай уҡ онлайн яҙырға мөмкин. Бының өсөн порталда үҙ йәш категорияңда теркәлеү үтергә кәрәк.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:
Читайте нас