+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
1 Ноябрь 2023, 05:23

Уҙған аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҙеү, грипп менән сирләгән

Республикабыҙҙа уҙған аҙнала киҫкен респиратор инфекциялар һәм грипп менән сирләгән 21 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Сырхауҙарҙың 42,8 проценты – балалар.

Уҙған аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҙеү, грипп менән сирләгәнУҙған аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҙеү, грипп менән сирләгән
Уҙған аҙнала 21 меңдән ашыу кеше киҙеү, грипп менән сирләгән

Республикабыҙҙа уҙған аҙнала киҫкен респиратор инфекциялар һәм грипп менән сирләгән 21 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Сырхауҙарҙың 42,8 проценты – балалар, тип хәбәр итәләр Роспотребнадзорҙың республика идаралығынан.

Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда, ауырыусылар һанының 7,7 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Ләкин тынысланырға иртә, сөнки киҫкен респиратор инфекциялар, грипп менән сирләүселәр декабрь-февраль айҙарында айырыуса күп була торған.

Сығанаҡ: “Башинформ”

Автор:
Читайте нас