

Башҡортостанға быйыл «Шәкәр диабетына ҡаршы көрәш» федераль программаһы сиктәрендә өҫтәмә рәүештә 36,7 миллион һум йүнәлтелгән. Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле бойороғо Министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.
Ошо маҡсатҡа төбәктәр араһында 1,35 миллиард һум бүленгән. Документ тексында билдәләнеүенсә, аҡса ауылда һәм алыҫ территорияларҙа йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларын шәкәр диабетын асыҡлау һәм сирленең хәлен контролдә тотоу өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә тотоноласаҡ.
2022 йылда диспансер иҫәптә шәкәр диабеты менән сирләгән 124 204 кеше тороуын билдәләп үтәбеҙ. Федераль регистрҙа иһә 122 602 өлкән кеше һәм 1602 бала иҫәпләнә.
Сығанаҡ: «Башинформ».