+30 °С
Облачно


Республика статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың сентябрендә Башҡортостанда пенсионерҙарҙың дөйөм һаны 1,136 миллион кешенән күберәк тәшкил иткән, уларҙың 167 меңгә яҡыны даими эшләй.
Сентябрҙә Башҡортостанда тәғәйенләнгән пенсияларҙың уртаса күләме 19 129 һумға еткән. Был 2022 йылдың апреленә ҡарағанда 1150 һумға күберәк, тип билдәләнеләр Башстатта. 2024 йылда пенсияның страховка өлөшө 7,5 процентаҡа арта, тип белдерә рәсми сығанаҡтар.