

Донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәге урын ала.
Ул университетҡа иҡтисадтың реаль секторы предприятиелары менән оҙайлы хеҙмәттәшлек булдырыу йүнәлешен үҫтереү мөмкинлеге бирә.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен башҡарыуҙа вуздың мөмкинлектәре менән октябрҙә үткән В2В-һөйләшеүҙәре барышында таныштырғайны. Унда Башҡортостан предприятиеларының 40 вәкиле, шулай уҡ Санкт-Петербург, Ростов, Воронеж, Иркутск, Кузбасс, Екатеринбург, Һамар, Өфө һәм Волгоград ҡалаларынан нефть химияһы тармағы предприятиелары етәкселәре һәм милекселәре ҡатнашты.
Өфө университеты Технологиялар трансферы үҙәгенең эшмәкәрлеге Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы гранты ярҙамында ”Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә субсидия формаһында үткәрелә.