+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
31 Октября 2023, 09:28

Яҡташыбыҙ Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында миҙал яуланы

Был иһә республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр карате буйынса донъя чемпионаты миҙалы.

Яҡташыбыҙ Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында миҙал яуланыЯҡташыбыҙ Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында миҙал яуланы
Яҡташыбыҙ Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында миҙал яуланы

Өфөнөң 12-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Эрнест Шәрәфетдинов карате буйынса донъя чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды. Был турала Калинин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бронза өсөн финал алышында Эрнест Босниянан һәм Герцеговинанан Хәмзә Турульяны еңде. Был иһә республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр карате буйынса донъя чемпионаты миҙалы. Каратист Николай Балабанов етәкселегендә шөғөлләнә.

Эрнест Шәрәфетдинов август айында Орел ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында алтын яуланы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-30/ufimskiy-sportsmen-ernest-sharafutdinov-vzyal-bronzu-chempionata-mira-po-karate-3498877

Автор:
Читайте нас