

Өфөлә “Демографик хәүефһеҙлек: һынауҙар һәм хәл итеү юлдары” тигән түңәрәк өҫтәл булып үтте. Унда депутаттар, ғалимдар, дин әһелдәре, йәмәғәтселәр, власть вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, ишле ғаиләләргә күп төрлө ярҙам күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, илдә тыуым кимәле түбән булыуын билдәләне. Әсәлек капиталын индексациялау ҙа, күмәк балалы ғаиләләргә ер участкалары бүлеү ҙә, башҡа саралар ҙа һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирмәй. Ул тыуымға кире йоғонто яһаусы факторҙарҙың береһе – балалар һәм йәштәрҙең аңына йүнәлтелгән зыянлы мәғлүмәт, коллектив Көнбайыш тарафынан маҡсатлы рәүештә таратылған чайлдфри – бала табыуҙан баш тартыу идеологияһы хаҡында бәйән итте.
– Был – традицион ҡиммәттәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән бик хәүефле социаль күренеш. Уға ҡаршы тоторға кәрәк, – тине Константин Толкачев.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт Думаһына Рәсәйҙә чайлдфри идеологияһын пропагандалауҙы тыйыу тураһында закон проектын индереүе хаҡында әйтелде. Ләкин спикер һүҙҙәренсә, зарарлы мәғлүмәт таратып, демография көрсөгөн тәрәнәйтергә ынтылыусыларға закон менән генә кәртә ҡуйып булмай – комплекслы саралар кәрәк.
Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина һәм Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыусылар демографик кризистың сәбәптәрен тикшерҙе һәм проблеманы хәл итеүҙең төрлө юлдарын ҡараны.
Халыҡ-ара эштәр буйынса Рәсәй советы һәм Тышҡы һәм оборона сәйәсәте буйынса совет ағзаһы, Православ ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы Инга Йомашева ХХ быуат уртаһынан башлап тыуымды һәм халыҡ һанын кәметеү өсөн көнбайыш идеологтары ҡулланған алымдар тураһында иҫкә төшөрҙө. Рәсәйгә демографик хәүефһеҙлек стратегияһы – демография өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең бөтә аспекттарын берләштергән комплекслы документ кәрәк, тине ул.
Республикабыҙҙың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙ сығышында тыуымдың төп күрһәткестәренә һәм бала үҫтереүсе ғаиләләргә тәғәйен ярҙам сараларына туҡталды. Уның: “2023 йыл башына 2015 йыл менән сағыштырғанда бала табыу йәшендәге ҡатындар һаны 107 меңгә кәмене. Үткән йыл менән сағыштырғанда ғына ла улар һаны 12 меңгә аҙыраҡ тәшкил итә”, – тиеүе ҙур борсолоу уята.
Илдә аборттарҙың күп яһалыуы, уларҙы иҫкәртеү сараларының етерлек булмауы ла – тыуым түбәнлегенә килтереүсе сәбәптәрҙең береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар. Күпселек осраҡта аборттар шәхси клиникаларҙа эшләнә. Рус православие сиркәүенең Ғаилә, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса Патриарх комиссияһы рәйесе Федор Лукьянов йөклөлөктө шәхси клиникаларҙа өҙөүҙе тыйыу хәлде яҡшыртырға булышлыҡ итер ине, тигән фекер әйтте. Башҡортостанда ғына ла 125 шәхси клиниканың аборт яһауға лицензияһы бар икән.
Татарстан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ирина Волынец күрше төбәктә демография мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән тупланған тәжрибә менән бүлеште.
Федераль спикерҙар фекер алышыуға онлайн ҡушылды. МДУ-ның дәүләт сәйәсәте кафедраһы профессоры Вардан Багдасарян, “Женщины за жизнь” хәйриә фондының генераль директоры Наталья Москвитина, хоҡуҡи фәндәр докторы Александр Мохов, журналист Анна Шафран, видеоконференция аша бәйләнешкә сығып, тикшерелгән мәсьәләләр хаҡында үҙ ҡараштары менән уртаҡлашты.
Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың эшсе төркөмө, түңәрәк өҫтәл артында әйтелгән мөһим фекерҙәрҙе йомғаҡлап, анализ яһаясаҡ, улар буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк. Сарала шулай уҡ 2030 йылға тиклемге осорға Башҡортостан Республикаһының демографик үҫеше стратегияһын булдырыу хаҡындағы мәсьәлә күтәрелде.
Фото БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.