

Өфөлә «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы — Башҡортостан» конкурсының төбәк этабы үтте. Конкурста балалар категорияһында — 5-12 йәшлек, ә үҫмерҙәр номинацияһында 13-17 йәшлек ҡыҙҙар көс һынашты.
Төрлө конкурстарҙа Башҡортостанды күрһәтеү өс өс ҡыҙ һайлап алынды.
16 йәшлек Ангелина Баркутова 3 ноябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Мисс донъя -2023» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсына бара. «Happy kids» моделдәр мәктәбен тамамлаған. Ҡырымда, Сочиҙа, Дағстанда, Екатеринбургта, Петербургта һәм Мәскәүҙә Мода аҙналыҡтарында ҡатнашҡан. Ангелина киләсәктә модель һәм дизайнер булырға хыяллана.
«Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы» Адель Ильясоваға 9 йәш. Ул художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, инглиз һәм ҡытай телдәрен өйрәнә.
«Берҙәмлек һылыуҡайы» - 12 йәшлек Самира Вахитова. Самира - уҡыу алдынғыһы, 39-сы гимназияла уҡый, спорт һәм бал бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Гагарин олимпиадаһы һәм туғыҙ тапҡыр бал бейеүҙәре буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе.
Төбәк этабын ойоштороусы - «Һомай» студияһы һәм Айгөл Үтәгәнова. Конкурс Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡорт асыҡ КВН лигаһы булышлығында ойошторолдо.