

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың КПРФ фракцияһы етәксеһе Юнир Ҡотлоғужин вазифаһын ҡалдырҙы.
КПРФ-тың республика комитеты хәбәр итеүенсә, депутат етәкселектән үҙ теләгенә һәм КПРФ-тың Үҙәк Комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Юрий Афониндың яҙма тәҡдименә ярашлы киткән.
«Мин Үҙәк Комитеттың тәҡдимен хупларға булдым һәм фракциялағы коллегаларымды ла шулай эшләргә саҡырҙым. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға тәҡдим иткән һуңғы проектыбыҙ тирәләй хәлде тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн фракция етәксеһе вазифаһын ҡалдырырға һәм иғтибарымды КПРФ-тың республика комитетында эшкә тупларға хәл иттем», — тип белдерә Юнир Ҡотлоғужин.
Республика парламентының коммунистар фракцияһы етәксеһе вазифаһын Ҡотлоғужин урынына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры Вадим Старов биләне.