

Бөтә ил буйынса онлайн-форматта I Бөтә Рәсәй Фәнни-технологик диктант ойошторола.
Ул Фән һәм технологиялар Ун йыллығы һәм “Технопром-2023” X Халыҡ-ара Технологик үҫеш форумына арнала.
Ҡатнашыусылар фән һәм алдынғы асыштар тураһында белемдәрен тикшерә ала. Фән үҫешеүен иҫәпкә алып, фәнни-техник өлкәгә иғтибар йәлеп итеү мәктәп уҡыусыларының, студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың һәм белгестәрҙең был мәсьәләлә илгә файҙа килтереү ынтылышын нығытырға ярҙам итәсәк.
Диктант һөҙөмтәләренә ярашлы ҡатнашыусылар һәм төбәктәр буйынса берҙәм рейтинг төҙөләсәк (дөрөҫ яуаптар һаны һәм тест үтеү ваҡыты иҫәпкә алынасаҡ).
Диктантта 5 ноябргә тиклем теләгән һәр кем https://форумтехнопром.рф/диктант һылтанма буйынса ҡатнаша ала.
Диктант 13+ йәш категорияһына иҫәпләнгән.