

Кисә, 30 октябрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың II Республика конкурсын йомғаҡлау тамашаһы булды.
Сара Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йыраусы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Рәсәй төбәктәренән килгән 21 бәйгесе араһынан еңеүселәр билдәләнде.
I урынды Ейәнсура районынан Динислам Юлдыбаев менән Баймаҡтан Фәнүр Аралбаев бүлеште;
II урынға Ейәнсуранан Вафа Мәүлитов менән Шишмә районы вәкиле Айгөл Ғәзиева лайыҡ булды;
III урында – Иглиндан Фәһим Тоҡомбәтов менән Өфөнән Юнир Һағынбаев.
Ырымбур өлкәһенән Флүзә Хәлитова, Силәбе өлкәһенән Харрас Фәйзуллин менән Винер Ҡәҙербаев, Хәйбулла районынан ҡәйнәле-киленле Тәнзилә менән Нәзифә Ҡыҙрасовалар "Башҡорт халыҡ йыры традицияларын һаҡлаусылар" номинацияһында билдәләнде.
Йылайырҙан Сәкинә Юлгилдина, Өфөнән Гөлсинә Йәрмөхәтова, Мәләүездән Рәйхана Хафизова "Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар" номинацияһында еңде.
Стәрлебаш районынан Зөфәр Атанғолов "Өмөт" призына лайыҡ булды, Мәләүездән Роза Кинйәбаева иһә – "Иң йәш башҡарыусы". Ейәнсуранан Рәфис Ишмөхәмәтовҡа "Тамашасы һөйөүе" призы тапшырылды.