+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Октябрь 2023, 11:01

Хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Руслан Хәсәновты эҙләйҙәр

Ул 7 августа йәшәгән еренән - Илеш районының Түбәнге Йәркәй ауылынан Өфөгә сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны 13 августа Өфөнөң Менделеев һәм Баҡалы урамдары киҫелешендә күргәндәр.

Хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Руслан Хәсәновты эҙләйҙәрХәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Руслан Хәсәновты эҙләйҙәр
Хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Руслан Хәсәновты эҙләйҙәр

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Руслан Илнар улы Хәсәновты эҙләйҙәр. Бәлиғ булмаған егеттең эше менән Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы шөғөлләнә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул 7 августа йәшәгән еренән - Илеш районының Түбәнге Йәркәй ауылынан Өфөгә сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны 13 августа Өфөнөң Менделеев һәм Баҡалы урамдары киҫелешендә күргәндәр.

Билдәләре: 17-20 йәштәрҙә, буйы 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һорғолт сәсле, ҡуңыр күҙле.

Юғалған ваҡытта ҡара толстовка, асыҡ һоро футболка, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге спорт салбары, ҡара йәйге кроссовка кейгән булған.

Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8 (347) 251-62-51 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар. 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-10-30/v-bashkirii-sledovateli-ob-yavili-v-rozysk-ischeznuvshego-17-letnego-ruslana-hasanova-3498022

Автор:
Читайте нас