

28 октябрҙә Октябрьский ҡалаһында «ДУҪЛЫҠ» V Төбәк-ара милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы үтте. Бәйге Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды булышлығында уҙған «Мәҙәниәттәр йәйғоро» фестиваленең һуңғы сараһы булды. Байрамды урындағы Мари Милли-мәҙәни автономияһы “Эрвел марий” йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Фестивалдең маҡсаты – милләт-ара хеҙмәттәшлекте, дуҫлыҡты нығытыу. Конкурс Рәсәй һәм республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың традицияларын, милли мәҙәни мираҫын һаҡлауға, үҫтереүгә һәм таратыуға; үҙ-ара мәҙәни тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн шарттар булдырыуға; һәләтле башҡарыусыларҙы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә; үҙ-ара ихтирамлы аралашыу мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Төбәк-ара фестиваль-конкурста Башҡортостандың Туймазы, Бәләбәй, Баҡалы, Шаран, Миәкә райондарынан һәм Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы ҡалаларынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән, Татарстандың Ютазы, Баулы райондарынан йәмғеһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ете йәштән өлкәнерәктәр үҙ һәләттәрен ике номинация буйынса һынаны: халыҡ йырҙары (шул иҫәптән фольклор һәм этнография) һәм хореография. Байрам халыҡта һәм ҡала ҡунаҡтарында йылы, сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.