

26-27 октябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум үтте. Өфөбөҙ ике көн дауамында Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә полилингваль белем биреүҙе үҫтереү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе өйрәнеү һәм таратыу майҙансығы булып торҙо.
Форум эшендә закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе ғәмәлгә ашырыусы дәүләт власы органдары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ғилми ойошмалар белгестәре, полилингваль һәм билингваль мәғариф ойошмалары етәкселәре һәм педагогтары ҡатнашты.
Был сараның тап республикабыҙҙа ойошторолоуы осраҡлы түгел – Башҡортостанда полилингваль белем биреү ҙур иғтибар үҙәгендә тора, был тәңгәлдә бүтән төбәктәр менән бүлешерлек бай тәжрибә тупланған. Һәм форумда ошо үҙенсәлекле тәжрибәне башҡаларға күрһәтеүгә төп урын бирелде.
Форумда ҡатнашыусылар тәүге көндә мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында булды. Улар өсөн экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо. Бөгөн “Торатау” Конгресс-холында бер нисә майҙансыҡта мәртәбәле спикерҙар үҙ төбәктәрендә полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһе хаҡында һөйләне.
Мәҫәлән, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина алып барған “Этномәҙәни (милли) һәм билингваль белем биреүҙе үҫтереү” тигән майҙансыҡта бик йәнле фекер алышыуҙар уҙҙы. Алтай Республикаһынан килгән ғалимә Жанна Амырованың, Бүрәт Республикаһынан Баир Балдановтың, Саха-Яҡутиянан Марина Варламованың йөкмәткеле телмәрҙәрен йыйылыусылар ҙур ихласлыҡ менән тыңланы. Шулай уҡ республикабыҙҙың был йүнәлештә өлгөлө мәктәптәре вәкилдәренең сығыштары ла ифрат оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Секция эше аҙағында 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү ойошмалары бүләкләнде.
Фото Республика инженерлыҡ лицей-интернатының социаль селтәренән.