+30 °С
Болотло


Быйыл Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙенең 75 йыллығын билдәләй.
Ошо юбилей дата хөрмәтенә баш ҡалала уҡыу йорто исеме менән аталған урам барлыҡҡа килде. Хәҙер Матвей Пинский һәм Космонавтар урамдары араһында урынлашҡан 240 метр оҙонлоғондағы участка Нефть университеты урамы тип атала.
Бөгөн уны рәсми асыу сараһы була. Шуға яңы урамды көндөҙгө сәғәт икенән өскә тиклем ябып торалар.
Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар Нефть университеты һәм Космонавтар урамдары киҫешкән урында йыйыла.