+30 °С
Болотло


Өфө водителдәре “Яндекс Карта” ҡушымтаһына хәҙер башҡортса мөрәжәғәт итә ала.
Һеҙҙең һорауға ул билдәле телетапшырыуҙар алып барыусы Флүрә Мурзина тауышы менән яуап бирер. Башҡорт телендә 200-гә яҡын навигация фразаһы яҙылған.
Өфө буйлап маршрут һалыу өсөн ҡушымтала профиль булдырырға, көйләүҙәргә инергә, «Тауыштар һәм иҫкәртеүҙәр» бүлегенә баҫырға, унан «аннотация теле»н асырға һәм башҡорт телен һайларға кәрәк.