+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
26 Октябрь 2023, 08:57

Йәмәғәт палатаһының яңы составы раҫланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республиканың Йәмәғәт палатаһына 10 кандидатты раҫланы.

Йәмәғәт палатаһының яңы составы раҫландыЙәмәғәт палатаһының яңы составы раҫланды
Йәмәғәт палатаһының яңы составы раҫланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республиканың Йәмәғәт палатаһына 10 кандидатты раҫланы. Рейтинг буйынса тауыш биреү бөгөн республика Ҡоролтайының пленар ултырышында үтте.

«Рейтинг тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса түбәндәге кандидаттар Йәмәғәт палатаһы ағзалары тип раҫланды: Олег Ротов, Диана Фәррәхова, Алина Хәбирова, Юлай Ғәлиуллин, Кристина Недорезова, Рита Некрасова, Марина Таран, Артур Ғилманов, Айбулат Йәмилев һәм Александр Волков. Дәүләт Йыйылышы регламентының 198-се статьяһына ярашлы, Йәмәғәт палатаһын раҫлау тураһында ҡарар Дәүләт Йыйылышының дөйөм ҡарары менән, өҫтәмә тауыш биреүһеҙ ҡабул ителә. Йәмәғәт палатаһына һайланған ағзаларҙы ҡотлайбыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ», – тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

 15 декабрҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составының вәкәләттәре ваҡыты тамамланыуын билдәләп үтәбеҙ.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 30 кешенән тора. Уның өстән бер өлөшө республика территорияһында теркәлгән дөйөм Рәсәй һәм төбәк-ара йәмәғәт берекмәләренең структура тармаҡтары тәҡдиме буйынса Башҡортостан  Башлығы тарафынан раҫлана. Өстән бер өлөшө республика территорияһында теркәлгән коммерция булмаған ойошмалар, шул иҫәптән  төбәк йәмәғәт ойошмалары тәҡдиме буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы тарафынан раҫлана.  

Йәмәғәт палатаһының раҫланған ағзалары уның ҡалған өстән бер өлөшө составын республика территорияһында теркәлгән урындағы йәмәғәт ойошмалары күрһәткән кандидатуралар араһынан билдәләй.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас