

Өфөләге донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының “Дизайн һәм сәнғәт белеме” кафедраһы студенттары һәм уҡытыусылары эшләгән проект тормошҡа ашырыла.
Ул баш ҡаланың 82-се гимназияһында, 157-се мәктбендә, Учалы, Бөрө һәм Асҡын мәктәптәрендә индерелә. Ошо һәм башҡа профилле уҡыу йорттарында робототехника кластары яңы биҙәлеш алған. Эш юғары уҡыу йортоноң кесе курс студенттары тарафынан әҙерләнгән һәм башҡарылған. Мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары юғары дизайн мәҙәниәтен һәм башҡарыу сифатын билдәләй.