

Кисә Өфөлә IV «Еңел сәнәғәт» форумы асылды. Унда Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Үзбәкстандан, Ҡаҙағстандан 80 компания һәм дизайнерҙар ҡатнаша.
Форум күргәҙмәһендә дизайн, старт, фабрика, мода, бала саҡ, спорт, махсус кейем һәм сифат майҙансыҡтары эшләй.
«Еңел сәнәғәт» форумы дүртенсе тапҡыр үтә. “Бөгөн тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Башҡортостан тураһында әйткем килә. Республикабыҙҙың авиация двигателдәре, вертолеттар, нефть, нефть химияһы, газ химияһы ғына түгел икәнен беләбеҙ. Беҙ Башҡортостандың еңел сәнәғәт менән дә танылыу яулауын теләйбеҙ», - тине Башҡортостан Башлығы Радиә Хәбиров форумды асыу тантанаһында.
Республика етәксеһе «Рәсәй сифат системаһы» ойошмаһы етәксеһе Максим Протасов менән Башҡортостандың алдынғы етештереүселәре, дизайнерҙары һәм студенттарының кейем коллекцияларын ҡараны, еңел сәнәғәт предприятиелары вәкилдәрен дәүләт наградалары менән бүләкләне.