

Кисә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) командаһының элекке музыканты, күптәр “Кусим” псевдонимы аҫтында белгән Артур Кусимовты һуңғы юлға оҙаттылар.
Хәбәр итеүҙәренсә, уның ҡапыл йөрәге туҡтаған.
Ул Ҡазанда йәшәгән һәм ижад иткән. Артурҙың әсәһе һәм һеңлеһе ҡалған. Ул уларҙы үҙе янына Ҡазанға күсергән була.
Артур Кусимов 2012 йылда Мәскәү Суворов хәрби-музыка училищеһын, 2008 йылда Өфөлә Заһир Исмәғилев исемендәге урта махсус музыка мәктәп-лицейын (хәҙер - урта махсус музыка колледжы) тамамлаған.
Хәрби карьера һайлауын иһә Артур Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың яҡын туған булыуы менән аңлатҡан. 2015 йылдан Элвин Грей лейблында эшләгән, Радик Юлъяҡшиндың ижади юлында уға ҡушылған тәүге артистарҙың береһе булған.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһы мәрхүмдең туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.