+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Октябрь 2023, 02:41

«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһын алды

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында «ТЭФИ-KIDS» премияһына лайыҡ булды.

«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһын алды«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһын алды
«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» премияһын алды

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында «ТЭФИ-KIDS» премияһына лайыҡ булды.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн «Сәңгелдәк» тапшырыуы 32 йыл инде көн дә кис Башҡортостан юлдаш телеканалында эфирға сыға. Программа геройҙары кескәй тамашасыларҙың ҡатмарлы һорауҙарына еңел һәм күңелле итеп яуап бирә, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра.

«ТЭФИ-KIDS» конкурсына улар һуғылған башҡорт балаҫы тураһында сығарылышты ебәргәйне. Йәш алып барыусылар тамашасыларға эш барышының бөтә процестарын – «һарыҡтан алып балаҫҡа тиклем» күрһәтте. 

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас