+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Октябрь 2023, 10:18

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола

Еңеүселәргә — миллион ярым, көмөш миҙалсыларға — 250 мең, бронза миҙалсыларға 125 мең һум аҡса бирелә.

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторолаӨфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола

Ноябрҙә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Сара 4-11 ноябрҙә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә була. Турнирҙа Рәсәйҙең 50 төбәгенән ошо спорт төрөн үҙ иткән 220-нән ашыу гүзәл зат ҡатнаша.

Рәсәйҙең Бокс федерацияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл турнирҙың дөйөм приз фонды 24 миллион һум тәшкил итә. Еңеүселәргә — миллион ярым, көмөш миҙалсыларға — 250 мең, бронза миҙалсыларға 125 мең һум бирелә.

Төп интрига — Рәсәй спортсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы һәм Олимпия уйындары миҙалсыһы Зенфира Магомедалиеваның рингҡа сығыуы. Ярышта ғәмәлдәге донъя һәм Рәсәй чемпиондары ҡатнаша.

Турнирҙы асыу тантанаһы 4 ноябрҙә уҙа.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-25/v-noyabre-v-ufe-proydet-chempionat-rossii-po-boksu-sredi-zhenschin-3492891

Автор:
Читайте нас