

Кисә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында этнотуризм буйынса III халыҡ-ара форумы башланды. Ул 26 октябргә тиклем эшләй.
Форумда Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән, шулай уҡ Белоруссиянан һәм Абхазиянан туристик тармаҡ вәкилдәре ҡатнаша.
Этнотуризм, мәҙәни-тарихи туризм йүнәлеше, билдәле бер халыҡтың йәшәгән урынына барып, уларҙың мәҙәниәте һәм көнкүреше, иҫтәлекле урындары, теле, фольклоры, традициялары, байрамдары, кейем-һалымы, аш-һыуы менән танышыуҙы күҙ уңында тота.
Сара республикала өсөнсө тапҡыр ойошторола. Башҡортостан - төрлө халыҡтар йәшәгән үҙенсәлекле биләмә, беҙҙә башҡорттарҙың ғына түгел, рустарҙың, татарҙарҙың, сыуаштарҙың, мариҙарҙың, удмурттарҙың, белорустарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин.
Этнотуризм буйынса III халыҡ-ара форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.