+30 °С
Болотло


Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа эшләмәгән граждандарҙың пенсияһын 2024 йылдың 1 ғинуарынан индексациялау тураһында закон ҡабул итте. Рәсәйҙә пенсия 7,5% арттырыласаҡ. Был 32 миллион кешегә ҡағыла, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте рәйес Вячеслав Володинға һылтанма менән.
«Пенсионерҙарға түләнә торған аҡса федераль бюджет проектына һалынған. 2024 йылда пенсияны арттырыу өсөн өҫтәмә бюджет сығымдары 234 миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк», – тип белдерҙе Володин.
Сығанаҡ: «Башинформ».