+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
24 Октябрь 2023, 08:26

Яҡташтарыбыҙ халыҡ-ара БРИКС уйындарында алтын миҙал яуланы

Спортсылар коляскала теннис буйынса команда ярыштарында алтын миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Яҡташтарыбыҙ халыҡ-ара БРИКС уйындарында алтын миҙал яуланыЯҡташтарыбыҙ халыҡ-ара БРИКС уйындарында алтын миҙал яуланы
Яҡташтарыбыҙ халыҡ-ара БРИКС уйындарында алтын миҙал яуланы

Башҡортостандан игеҙәктәр Михей һәм Виктор Сидоровтар Дурбанда (ЮАР) халыҡ-ара БРИКС уйындарында уңышлы сығыш яһаны. Спортсылар коляскала теннис буйынса команда ярыштарында алтын миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Ярышта рәсәйҙәр бөтәһе 59 миҙал алды, улар араһында 35 алтын, 12 көмөш һәм 12 бронза. Түбәнерәк баҫҡыстарҙа — Ҡытай (55 миҙал), ЮАР (51) һәм Һиндостан (27) йыйылма командалары, тип белдерҙеләр Башҡортостандың спорт министрлығында.

Бынан алдараҡ Виктор һәм Михей Сидоровтар «Икар-2023» коляскала теннис буйынса халыҡ-ара турнирҙың финалында сығыш яһағайны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-10-24/bratya-tennisisty-iz-bashkirii-stali-chempionami-mezhdunarodnyh-igr-briks-3490678

Автор:
Читайте нас