+30 °С
Болотло


Кисә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф һәм фән министры вазифаһына Илдар Мәүлетбирҙиндең тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте.
Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин 1986 йылда Чита өлкәһендә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, төрлө йылдарҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмала – юрист, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығында – баш белгес, Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, Республика Хөкүмәте Аппаратында – бүлек мөдире, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары булып эшләй.