

Республика хужалыҡтарында майлы культуралар урағы тамамланыуға яҡынлаша: әле барлыҡ майҙандың 83 процентында – 338 мең гектарҙа уңыш һуғылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Майлы культуралар орлоғоноң тулайым йыйымы 441 мең тонна тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, республикала 12 мең тонна гәрсис, 9,7 мең тонна соя, 38 мең тонна етен, 28,6 мең тонна рапс йыйғандар.
Төп майлы культура – көнбағыш быйыл 228 гектарҙа игелгән һәм әле шуның 82 процентының уңышы урылған. 350 мең тонна көнбағыш йыйып алынған, тип хәбәр итәләр министрлыҡтан.
Фото БР Ауыл хужалығы министрлыҡтың социаль селтәренән.