+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Октябрь 2023, 03:45

Мөһим форум йомғаҡтары ниндәй?

2024 йылда Башҡортостанда инвалидтарға социаль һәм хеҙмәт реабилитацияһы уҙғарыу буйынса мультиүҙәк асыласаҡ, хеҙмәткә һәләтле йәштәге инвалидтарҙы реабилитациялауға сертификаттар биреләсәк, ә Өфөлә социаль такси хеҙмәте барлыҡҡа киләсәк. Үткән аҙнала Өфөлә булып үткән “Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең төп ҡарарҙары шулар, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мөһим форум йомғаҡтары ниндәй?Мөһим форум йомғаҡтары ниндәй?
Мөһим форум йомғаҡтары ниндәй?

2024 йылда Башҡортостанда инвалидтарға социаль һәм хеҙмәт реабилитацияһы уҙғарыу буйынса мультиүҙәк асыласаҡ, хеҙмәткә һәләтле йәштәге инвалидтарҙы реабилитациялауға сертификаттар биреләсәк, ә Өфөлә социаль такси хеҙмәте барлыҡҡа киләсәк. Үткән аҙнала Өфөлә булып үткән “Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең төп ҡарарҙары шулар, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, оло форум йомғаҡтары хаҡында сығыш яһап, уның халыҡ-ара кимәлгә сығыуын билдәләне. Сара программаһы үтә бай булды, унда Рәсәйҙең 24 ҡалаһынан һәм субъекттарынан, шулай уҡ  сит илдәрҙән 180 спикер ҡатнашты. Бөтә конференцияларҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән тиҫтәләрсә белгестәр онлайн ҡатнаша алды. Форумға үҙҙәре килеп ҡатнашыусылар һаны 5,5 меңдән артып китте, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль селтәренән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас