

Башҡортостанға 2023 йылда балалар пособиеһын түләү өсөн федераль бюджеттан 5,40 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Был сумманан 2,13 миллиард һумға яҡыны өсөнсө йәки артабанғы бала тыуған осраҡта тәғәйенләнгән айлыҡ түләүҙәргә (3 йәшкәсә) йүнәлтелде, тиелә Рәсәй хөкүмәтенең рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған бойороғонда.
Тағы ла 3,27 миллиард һумдан ашыуы 3-7 йәшлек балаларға пособие түләү өсөн тотонолорға тейеш.
Унан алда Башҡортостанда 234 600-ҙән ашыу бала тәрбиәләгән 119 700 ғаиләнең балаларға берҙәм пособие алыуы хаҡында мәғлүм булғайны.