+30 °С
Облачно


М-7 автотрассаһының 1252 километрында, Кушнаренко районы Сәйет ауылы эргәһендә, өс йөк фураһы һәм еңел автомобиль бер юлы бәрелешкән.
ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның ике пассажиры һәләк булған.
Ваҡиға урынына тәфтиш төркөмө эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!