+30 °С
Болотло


Ғәҙәттәгесә, ҡыш “көтмәгәндә” ҡапыл килде лә ҡуйҙы.
Балаларға ҡыуаныс булһа, әҙерлекһеҙ юлға сыҡҡандар өсөн ҙур хафаға әүрелде тәүге ҡар. Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондары юлдары үтә лә хәүефле булды үткән ялдарҙа.
Алдағы көндәрҙә лә тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә, епшек ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Юлдарҙың айырым урындарында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге - 500-1000 метр.
Йәйге тәгәрмәстәрҙе алмаштырмай тороп, руль артына ултырмағыҙ!