+30 °С
Болотло


Республикабыҙҙа коронавирус менән сирләүселәр күбәйә. Үткән тәүлектә был инфекция 82 ауырыуҙа асыҡланған, тип билдәләй Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 18 октябрҙә ковид йоҡторған 74 кеше теркәлгәйне, 19-ында – 76.
Әлеге ваҡытта 111 яҡташыбыҙ дауаханала ята, уларҙың 67-һе – 60 йәштән өлкәнерәк. Поликлиника табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 963, 446-һы – оло йәштәгеләр.
Уҙған тәүлектә ковидтан 77 кеше сәләмәтләнгән, тип хәбәр итәләр министрлыҡтан. Унан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 366 289.
Фото “Башинформ”дан алынды.