+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Октября 2023, 10:40

Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» форумына әҙерлек башлана

2024 йылда Өфөлә ХІІ «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы ойоштороласаҡ.

Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» форумына әҙерлек башланаӨфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» форумына әҙерлек башлана
Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» форумына әҙерлек башлана

2024 йылда Өфөлә ХІІ «Рәсәй  спорт державаһы» халыҡ-ара форумы ойоштороласаҡ. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтеүенсә, әлеге сара илдең спорт тормошонда мөһим һәм республика өсөн әһәмиәтле буласаҡ, сөнки ул баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы сиктәрендә ойошторола.

«Форумды юғары кимәлдә үткәреүҙе гарантиялайбыҙ», – тип билдәләне Руслан Хәбибов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Пермдә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы булды. Ил делегаттары алдында Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Дәүләт башлығы төрлө илдәрҙең спортсыларын Өфөгә форумға саҡырҙы.

«Киләһе йылда «Рәсәй – спорт державаһы» форумы үткәрелә. Традиция буйынса ул һәр ваҡыт ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ойошторола. Был юлы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә. 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтары Рәсәйҙең тағы бер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән таныша аласаҡ», – тине Владимир Путин.

Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас