

“Я – МОГУ!” журналын ойоштороусы Андрей Кокарев “Кәртәләрҙе емереп” форумында ҡатнашыусылар һәм журналистар менән осрашты.
– Беҙ инвалидтарға уларҙың мөмкинлектәрен, тормошҡа башҡа төрлө ҡараштар барлығын күрһәтергә теләнек. Илдә беҙҙең потенциаль аудитория – утыҙ миллион кеше, улар – инвалидтар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, – ти Андрей Кокорев. – Беҙҙең өсөн иң мөһиме – инвалидтар өсөн рухи терәк булыу, мәғлүмәт мөхите булдырыу. Журналды интернетта ла уҡырға була, әммә баҫманы ҡулға тотоп уҡыу бөтөнләй икенсе тойғолар бирә. Авторҙарыбыҙ араһында инвалидтар ҙа күп, улар үҙҙәре лә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр осраған проблемалар менән таныш.
Сифатлы ҡағыҙҙа, матур итеп сығарылған журналға – ике йыл, ул йылына дүрт тапҡыр донъя күрә. Баҫмаға “Рәсәй почтаһы” аша яҙылырға мөмкин. Шулай ҙа төбәктәрҙә партнерҙар булһа, журнал хаҡы осһоҙораҡҡа төшөр ине, ти ойоштороусы.
Фото – https://yamogumag.ru/.