+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2023, 09:31

Кәртәләрҙе алып ташлап

Өфөлә “Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен дауам итә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялауға арналған был сара кисә асылғайны.

Кәртәләрҙе алып ташлапКәртәләрҙе алып ташлап
Кәртәләрҙе алып ташлап

Өфөлә “Кәртәләрҙе емереп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен дауам итә.

Ул бер майҙанға власть органдары, коммерция булмаған ойошмалар вәкилдәрен, инвалидтар йәмғиәттәре ағзаларын, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе, үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләрен, шулай уҡ реабилитация сараларын һәм юғары технологиялы продукциялар етештереүселәрҙе, улар менән тәьмин итеүселәрҙе тупланы.

Форумдың төп темаһы – сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән 18 йәштән өлкәндәрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу, тип билдәләй ойоштороусылар. Был тәңгәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға айырым иғтибар бирелә. Һаулыҡ үҙенсәлектәре булған кешеләр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән эшләү буйынса республикабыҙ тәжрибәһе хаҡында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бәйән итте.

“2019 йылда беҙ илдә тәүгеләрҙән булып инвалид балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар бирә башланыҡ. Йыл һайын был маҡсатта 50 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, быйыл финанслау өс тапҡырға артты. Һөҙөмтәлә реабилитация хеҙмәттәре алыусы балалар һаны 3,5 меңгә тиерлек артты”, – тине ул. Максим Забелин киләһе йылдан 18 йәштән өлкән инвалидтарҙы, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға ла сертификаттар бүленәсәген әйтеп үтте.

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Михаил Терентьев билдәләүенсә, форум – власть вәкилдәре һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең диалогы өсөн яҡшы майҙансыҡ. Сөнки туранан-тура аралашҡанда күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкин.

 Форумға килеүселәр төрлө майҙансыҡтарҙағы дискуссияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, уңайлы мөхит булдырыу хаҡында түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша. Улар эксперттар менән берлектә инклюзив белем биреү үҫеше, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу тураһындағы мөһим мәсьәләләрҙе тикшерә.

Булат Маликов фотолары.

Кәртәләрҙе алып ташлап
Кәртәләрҙе алып ташлап
Кәртәләрҙе алып ташлап
Кәртәләрҙе алып ташлап
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас