+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Октября 2023, 03:25

2024 йылда Өфө халыҡ-ара спорт форумын ҡабул итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында ҡатнашты.

2024 йылда Өфө халыҡ-ара спорт форумын ҡабул итә2024 йылда Өфө халыҡ-ара спорт форумын ҡабул итә
2024 йылда Өфө халыҡ-ара спорт форумын ҡабул итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Үҙенең мөрәжәғәтендә ил етәксеһе 2024 йылда «Рәсәй - спорт державаһы» форумы үтеүе тураһында белдерҙе һәм Рәсәй төбәктәрен, шулай уҡ сит ил вәкилдәрен унда ҡатнашырға саҡырҙы. Форум Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә ойошторола, тине дәүләт башлығы.

«Күптәр «Рәсәй - спорт державаһы» форумын үҙҙәренең төбәктәрендә үткәреү өсөн көрәшә, сөнки ил етәкселеге һәм бөйөк спортсылар килә. Улар спортты һәм физик культураны үҫтереүҙәге мөһим йүнәлештәрҙе тикшерә, йомғаҡ яһала. Икенсенән, президент әйткәнсә, форум Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙың мөһим өлөштәренең береһе булмаҡсы. Ҡунаҡтар саҡырабыҙ, әҙерләнәбеҙ. Өсөнсөнән, әлеге форумды үткәреү өсөн инфраструктура кәрәк. Бик күп объекттар төҙөлә, Өфө үҙенең 450 йыллығына етди әҙерләнә», — тине Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас