+23 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Октябрь 2023, 03:35

«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡҡан

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «Карусель» каналының «Навигатор»ы һәм Екатеринбург каналының «Good games» программалары менән «ТЭФИ-KIDS» 2023 Рәсәй милли телевизион премияһының  «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында финалға сыҡҡан.

«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡҡан«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡҡан
«Сәңгелдәк» тапшырыуы «ТЭФИ-KIDS» Рәсәй милли телевизион премияһы финалына сыҡҡан

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының «Сәңгелдәк» программаһы «Карусель» каналының «Навигатор»ы һәм Екатеринбург каналының «Good games» программалары менән «ТЭФИ-KIDS» 2023 Рәсәй милли телевизион премияһының  «Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәт-күңел асыу программаһы» номинацияһында финалға сыҡҡан.

«Сәңгелдәк» 32 йыл инде көн һайын киске прайм-таймда эфирға сыға. Программа геройҙары кескәй тамашасыларҙың ҡатмарлы һорауҙарына еңел һәм күңелле итеп яуап бирә, балаларҙы әҙәпкә өйрәтә, башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштыра.

Башҡортостан телевидениеһының балалар программаһы «ТЭФИ-KIDS» конкурсында һуғылған башҡорт балаҫы тураһында сығарылыш менән ҡатнашҡан.

Рәсәй милли телепремияһының быйылғы еңеүселәре 23 октябрҙә Мәскәүҙең «Et Cetera» театрында бүләкләү тантанаһында иғлан ителә.

Автор:
Читайте нас