

Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 2024 йылда Президент гранттары фондының беренсе конкурсында ҡатнашыу өсөн һигеҙ йүнәлеш буйынса 609 башланғыс тәҡдим иткән.
Әүҙемлек буйынса республикабыҙ илдең икенсе төбәге һәм Волга буйының беренсе субъекты булды. Волга буйы федераль округында икенсе урынды - Һамар өлкәһе, өсөнсөнө Татарстан Республикаһы биләй.
Фондтың ун етенсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 16 октябрҙә тамамланды. Президент гранттары фонды хәбәр итеүенсә, илдең 88 төбәгенән (Чукотка автономиялы округынан тыш) 9458 коммерцияға ҡарамаған ойошма 10827 проект тәҡдим иткән. Дүрт яңы төбәктән йәмғеһе 47 проект тапшырылған.
Конкурс еңеүселәре 2024 йылдың ғинуарында билдәләнәсәк. Хупланған башланғыстарҙы финанслау 2024 йылдың 1 февраленән башлана.