

Бөгөн, 19 октябрҙә, Өфөлә күренекле башҡорт композиторы Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә көндөҙгө 13.00 сәғәттә Ленин урамындағы 162-се йортта мемориаль таҡтаташ асыла.
Композитор 1997-2003 йылдарҙа ошо йортта йәшәгән. Сараға республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, композиторҙың туғандары һәм дуҫтары саҡырылған.
Салауат Низаметдинов (1957-2013) — һигеҙ опера, симфоник, камера, хор әҫәрҙәре, 200-ҙән ашыу йыр һәм романс авторы. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, 2005-2009 йылдарҙа Башҡортостандың Композиторҙар союзы етәксеһе була. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, Рәсәйҙең Композиторҙар союзы премияһы лауреаты.