

2025 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә 100 йыл тула.
Был оло ваҡиғаға бөгөндән әҙерлек башланған. «Ростех» дәүләт компанияһының авиация кластеры индустриаль директоры Анатолий Эдуардович Сердюков ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды, тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битендә.
Ғөмүмән, һуңғы биш йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы 13,6 % артҡан. 2023 йылдың авгусында ул уҙған йылдың авгусы менән сағыштырғанда 108,7 процент тәшкил иткән. Республика өсөнсө йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында илдең алдынғы өс төбәк иҫәбендә.