

2023 йылдың 31 октябрендә Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының республика форумы ойошторола, тип хәбәр иттеләр Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Форумдың төп темалары – мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәре һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу.
«Форум эшендә мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә эшләгән 600-ҙән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Улар араһында – фән, мәғариф белгестәре, мәғариф идаралығының муниципаль органдары етәкселәре, шулай уҡ балалар баҡсалары мөдирҙәре, педагогтар һәм тәрбиәселәр», – тип өҫтәнеләр Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығында.
Сығанаҡ: «Башинформ».