

Электрон сәнәғәт өлкәһендә сәнәғәт технопарктары инфраструктураһын үҫтереүгә Башҡортостанға 504 миллион һум федераль субсидия йүнәлтелә.
Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, Башҡортостан (504 млн), Владимир өлкәһе (900 млн), Түбәнге Новгород өлкәһе (632,7 млн) һәм Татарстан (241,8 млн) аҡса ала.
Субсидиялар технопарктарҙың идара итеүсе компанияларына сәнәғәт инфраструктураһы объекттарын проектлау, төҙөү йәки модернизациялау, ҡорамалдар һатып алыу, шулай уҡ сәнәғәт корпустарын инженер селтәрҙәренә технологик тоташтырыу сығымдарын өлөшләтә ҡапларға мөмкинлек бирә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң Киров районында «РВ-1» радиоэлектрон технопарк асырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне. Уны төҙөү өсөн 1,2 миллиард һум федераль һәм республика аҡсаһын йәлеп итеү планлаштырыла.
«РВ-1» радиоэлектрон технопаркы проекты электрон сәнәғәт өлкәһендә объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. 2030 йылға 370 эш урыны булдырыу планлаштырыла, потенциаль резиденттарҙың радиоэлектрон сәнәғәте продукцияһын тулайым сығарыу 3,6 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәәсәк.