+30 °С
Облачно


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә коронавирус 71 сырхауҙа раҫланған.
Пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа был инфекцияны йоҡтороусылар 372 993-кә еткән.
Бөгөнгө көндә ковид менән сирләүсе 118 кеше дауаханала ята, 70-е – оло йәштәгеләр. 928 ауырыу өйөндә дауалана, уларҙың 424-е – 60 йәште үткән өләсәй һәм олатайҙар.
Тәүлек эсендә коронавирустан 60 кеше һауыҡҡан. Унан сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 365 839, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Фото “Башинформ”дан алынды.