+30 °С
Болотло


Башҡортостанда көҙгө каникул 28 октябрҙә башлана һәм 6 ноябргә тиклем дауам итә. Уҡыусылар 7 ноябрҙә генә уҡырға бара, сөнки 4 ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Быйыл ул шәмбегә тура килә, шуға күрә ял дүшәмбегә, йәғни 6 ноябргә күсерелә. Шулай итеп, уҡыу йылының икенсе сиреге бер көнгә һуңыраҡ башлана. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
Сығанаҡ: «Башинформ».