

Республикабыҙҙағы билдәле йырсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Ниғмәтуллина «Россия 1» каналында барған «Ну-ка, все вместе!» федераль вокаль проектында сығыш яһаны. Яҡташыбыҙ «Отчего так в России березы шумят» һәм «Ай, былбылым» йырҙарын башҡарҙы.
Төп сығышында ул 98 тауыш йыйҙы, ләкин үҙенең дәғүәсеһенән еңелде. Батлда Әлфиә «Эйфория» хиты менән ярымфиналға сыҡты.
Өфө ҡыҙы Әлфиәгә 31 йәш, ул бала сағынан йырлай, өс йәшенән сәхнәлә сығыш яһай. Музыка юғары уҡыу йортон тамамлағас, Әлфиә үҙенең тормошон джаз менән бәйләрмен тип уйлай, әммә ниндәйҙер мәлдә уның тыуған еренең мәҙәниәтенә оло һөйөү уяна.
«Моғайын, был ата-бабаларыбыҙ моңона тартылыу булғандыр, быны башҡаса аңлата алмайым», — ти йырсы.
Фото:видеонан скриншот.
Сығанаҡ: «Башинформ».